Home О гимназии Кейеменә ҡарап ҡаршы ал да, аҡылына ҡарап оҙат!
Кейеменә ҡарап ҡаршы ал да, аҡылына ҡарап оҙат! PDF Печать E-mail
Автор: Administrator   
15.01.2020 15:29

Бөгөн 9-11-се класс уҡыусыларының берҙәм мәктәп формаһында башҡорт гимназияһына килеүҙәре бөтә уҡытыусылар коллективын ҡыуандырҙы. Ағай-апайҙар кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн һәр ваҡытта ла үрнәк булып ҡалалар. Ошо йолаға тоғро булайыҡ, дуҫтарым!

Уҡыусыларыбыҙға һәм атай-әсәйҙәренә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Үҙебеҙгә үҙебеҙ байрам эшләмәһәк кем беҙгә уны ойошторор!?

"Гимназияның берҙәм мәктәп формаһы" положениеһына үҙгәрештәр май айында индерелде. Положениеға үҙгәрештәр 2018-2019 уҡыу йылында атай-әсәйҙәр йыйылышында тәҡдим ителеп раҫланды. Шулай уҡ уҡытыусуылар кәңәшмәһендә һәм "Осҡон" балалар ойошмаһы ултырышында берҙәм тауыш менән һайланды.

Обновлено 15.01.2020 15:32
 
© 2020 МБОУ "Уфимская городская башкирская гимназия №20 имени Мустафиной Фатимы Хамидовны" городского округа город Уфа РБ. Все права защищены.
Joomla! — свободное программное обеспечение, распространяемое по лицензии GNU/GPL.